Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республиканские порталы Карта сайта Вход

Муниципальный район Куюргазинский район Республики Башкортостан

Ҡоролоҡ һынауҙары

10 Июля 2019
6
0

Районыбыҙ билəмəлəренəн ағыусы Оло Көйөргəҙе йылғаһы буйындағы туғайлыҡтар быйыл зыян күрҙе. «Искра» хужалығының Яҡшымбəт бүлексəһе етəксеһе Фəнит Сəлтəшев:

- Мал аҙығы өсөн сəселгəн күп йыллыҡ үлəн баҫыуҙарын, йылға уйһыулыҡтарындағы тəбиғи үлəн- дəрҙең һəр бөртөгөн файҙаланабыҙ. Ҡышын ҡарҙың мул булыуына ҡарап, яҙ яҡшы һөҙөмтəлəре менəн ҡыуандыра, тип уйлағайным. Һауа температураһының апрель аҙаҡтарында минус 10-15 градус һыуыҡ булып, ҡырау төшөүе, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үлəнгə үҫергə тотҡарлыҡ яһаны. Нисек кенə булмаһын, беҙҙең малдарға аслы-туҡлы ҡышлау янамаясаҡ. Ҡоролоҡ хаҡында беҙҙең «Ис- кра» хужалығында гəп һатырға яратмайҙар. Яҡшымбəттəр, бар көстəрен егеп, үҫтергəн уңышты юғалтыуһыҙ йыйып алырға əҙерлəнə. Республикабыҙҙа тəүгелəрҙəн башлап «Искра» хужалығы игенселəре ураҡ эштəрен башлап ебəрҙе. Əлеге мəлдə комбайнсылар көҙҙəн сəселгəн шипкəн культураһын урып, һуғыу эштəрен башланы. Үткəн йыл хужалыҡта ужым культуралары ярайһы ғына майҙанда сəселгəйне. Хужалыҡ етəксеһе, республикабыҙҙың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмəткəре Рəмил Ғиниəт улы Мостафиндың, йыл да ҡабатлана килгəн ҡоролоҡто иҫəпкə алып, көҙҙəн күплəп ужым культуралары сəсеүгə өҫтөнлөк биреүе үҙен аҡлай. Хужалыҡтың баш инженеры Рəйес Рахманғолов:

- Тəбиғəт ҡырыҫлығы - бөтəбеҙ өсөн дə оло бер һынау, булдыҡлылығыбыҙҙы, ойошҡанлығыбыҙҙы асыҡлаусы бер күренеш. Нимəгə һəлəтле икəнебеҙ əле, ураҡ мəлендə, күренə лə инде. Ураҡ эшендə 10 берəмек комбайн эшлəйəсəк. Механизаторҙар тəжрибəле, үҙ эштəренең оҫталары, - ти.

Рəүеф АБДУЛЛИН

Открой Свою Республику: открытаяреспублика.рф
  • Ҡоролоҡ һынауҙары